Науруз "Байрамы"
Март 20, 2022
Просмотров: 6
Бөгөн, 20 март Күгәрсен районы Йомағужа ауылы "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында Наурыз байрамы һәм Театр аҙналығын асыу тантанаһы үткәрҙек. Балалар яҙ байрамы-Наурызды ҡотлап, йырҙар йырланылар, бейенеләр, төрлө уйындар уйнанылар, Яҙһылыуҙы урлап, ҡара урманға ҡасҡан Шүрәленән уны ҡотҡарыу юлдарын эҙләнеләр. Балалар менән уйнау оҡшап ҡалғас, Шүрәле Яҙһылыуҙы бирергә риза булды. Ул балалар зың йыл миҙгелдәре тураһында башҡортса шиғырҙар һөйләүенән бик ҡәнәғәт ҡалды. Кисәнең икенсе өлөшөндә балалар Айһылыу Йәғәфәрованың " Тирмәкәй" әкиәтен сәхнәләштереп күрһәтте.Ролдәрҙә мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө (" Тюлпанчик" төркөмө) балалары уйнаны. Сысҡан роледә Дилара, баҡа- Лия, ҡуян-Амалия, төлкө- Азалия, бүре- Аделия һәм айыу ролен дә Асҡар Йәҙгәров бик килештереп уйнанылар. Спектакль тамашасылар күңеленә хуш килде, улар бәләкәй артистарҙы алҡыштарға күмделәр. Уларға урман йәнлектәренең спектакль аҙағында" Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ" тип һамаҡлауҙары, "Һәр ваҡыт булһын Ҡояш" тип йырлауҙарын оҡшаттылар. Байрам Яҙһылыуҙың килеүе һәм балаларға кустәнәстәр таратыусы менән тамамланды.
А.А.Шарипова, учитель башкирского языка
А.А.Шарипова, учитель башкирского языка