Акция «Родной язык–история народа»
Декабрь 11, 2023
Просмотров: 54
Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡорт теле көнөнә арналған республика акцияһын иғлан итте.Бала саҡ уйындан, уйын бала саҡтан айырылғыһыҙ. Күп ваҡыт ололар уйынды бары тик күңел асыу сараһы тип кенә баһалаусан, ә балалар өсөн иһә ул- тотош бер донъя. Күп ғалимдар билдәләүенсә, уйын мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төп эшмәкәрлеге булып тора.Кескәйҙәр уйын барышында үҙ-ара һәм тирә-яҡтағы кешеләр менән аралашыу ҡағиҙәләрен өйрәнә, уйын персонаждары араһында барлыҡҡа килгән төрлө мөнәсәбәттәрҙе ҡороу ысулдарын үҙләштерә.
Уйындар аша бала шәхес булараҡ формалаша һәм донъяуи әхлаки ҡағиҙәләр менән таныша, уларҙы үҙләштерә.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу, өндәр системаһын үҙләштереү, үҙ-ара матур һәм дөрөҫ итеп аралаша белергә өйрәтеү маҡсатында халыҡ ижады менән таныштырыу, әкиәттәр уҡыу һәм уларҙы сәхнәләштереү мөһим роль уйнай, балаларҙың аҡыл һәм зиһен үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Балалар әҫәрҙе ролдәргә бүлеп сығыш яһарға, үҙҙәрен сәхнәлә нисек тоторға өйрәнә.Бала өсөн әкиәт - ул фантазия, уйҙырма түгел, ул уның өсөн ысынбарлыҡ. Улар әкиәт аша төрлө хис-тойғолар менән танышалар. Үҫкән һайын балалар театрлаштырылған уйындар менән дә нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлайҙар.
14 декабрҙә билдәләнеләсәк башҡорт теле көнө уңайынан, Күгәрсен районы Йомағужа ауылында урынлашкан "Ҡояшҡай"балалар баҡсаһының "Буратино" мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары үҙ иғтибарын ошо уйын төрөнә юнәлтте. Башҡорт теле уҡытыусыһы Шәрипова Әнисә Әхмәҙулла ҡыҙы ярҙамында улар "Эт үҙенә нисек хужа тапҡан" әкиәтен сәхнәләштерҙеләр.
Балалар ролдәрҙе бүлешеп алып, персонаждарҙың холҡоноң, ҡылығының, эске кисерештәренең тышҡы ҡиәфәттәрендә нисек сағылыуын асып бирергә тырыштылар.
Төркөм тәрбиәсеһе Юлдашева Зимфира Санир ҡыҙы менән улар ҡурсаҡтар, кәрәкле костюмдар, декорациялар әҙерләнеләр.Театр балаларҙың үҙҙәренә лә, ҡараған тамашасы балаларға ла бик оҡшаны. Бигерәк тә Эмилияның эте, Маликтың бүреһе, Данилдың айыуы, Диананың арыҫланы, Илмирҙың олатаһы тамашасылар күнеленә хуш килде. Сығыш яһаусы балалар дәртләнеп, март айында үтәсәк театр көнөнә яңы пландар төҙөй ҙә башланы.
Шәрипова Ә.Ә., Юлдашева З.С.