1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө.

Башҡорт теле көнө.

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 24
#башкорттелеконо2023#коднюбашкирскогоязыка
Халҡым теле миңә- хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ! (Р. Ғарипов)
Бөгөн 14 декабрь - башҡорт теле көнө. Был көндө билдәләү осраҡлы түгел.Тап ошо көндө күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн 2019 йылдан билдәләнелә.
Рус яҙыусыһы һәм уҡытыусы К.Д.Ушинский туған тел тураһында былай тип яҙған:"Халыҡтың теле - уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул.Телдә бөтә халыҡ сағыла.Тыуған илдең күге, һауаһы, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә,сәсәндәр ижадында яңғырай.
Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла.
Туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләнеүендә төп урында тора!".
Туған телебеҙ беҙгә һулар һауа, эсер һыу һымаҡ кәрәк.Сөнки уның ярҙамында беҙ иң беренсе донъяны таныйбыҙ, фекерләү кеүәбеҙҙе үҫтерәбеҙ, аң-даирәбеҙҙе байытабыҙ.Һәм, әлбиттә, киләсәк быуынды илһөйәр һәм телһөйәр итеп тәрбиәләү - беҙҙең иң изге бурысыбыҙ!
Башҡорт телен балаларға өйрәтеү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан башлау отошлораҡ.Сөнки был осор, донъяның бик күп белгестәре иҫәпләү енсә, баланың физик һәм психик үҫешендә иң етеҙ үҫеш осоро, үҙ ғүмерендә кешене КЕШЕ иткән характер һыҙаттарының һәм баланың ШӘХЕС булып формалашыу осоро ул.
Был ваҡытта баланың тирә- йүнде танып белеүе, аңы, уйлау һәләте ,характерының әхлаки һыҙаттары, бәйләнешле телмәре үҫеш осорон кисерә.Шуның өсөн, баланы әсә телендә дөрөҫ һөйләргә өйрәтеү, уның һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәрен системалы үҫтереү һәм һөйләмдәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ һөйләй белеүенә ирешеү - балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең һәм педагогтарының төп бурыстарының береһе булып тора.
Туған тел баланың киләсәктә белем алыуына юл аса, аныҡ фекер йөрөтөү һәләтлелеген үҫтерә, ғөмүмән, аҡыл үҫешенә ярҙам итә.Бала һүҙ аша кешеләр, тирә-йүн, тәбиғәт күренештәре тураһында белем ала, үҙенең милли сығышын, халҡының йолаларын, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнә.
Туған телде өйрәнеүҙе балалар баҡсаһына һәм мәктәптәргә генә тапшырып ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ ине, тип уйлайым.Сөнки туған телгә һөйөү ғаиләлә лә булырға тейеш.Йөрәгендә халҡына ихтирам, һөйөү, ғәм, рух булған кеше, һис шикһеҙ, туған телен ҡәҙерләйәсәк һәм һаҡлаясаҡ.Ата- әсә ғәмһеҙ булмаһа, талапсан булһа, бала туған телен белеп үҫәсәк.
Хөрмәтле, милләттәштәр!
Балаларыбыҙ, ейән- ейәнсәрҙәребеҙ туған телебеҙҙе белеп, телебеҙҙе һәм илебезҙе яҡлаусы һәм һаклаусы булып үҫһендәр өсөн бар көсөбөзҙө һалайыҡ! Үҙ телебезҙә матур итеп һөйләшеп, рухи ҡиммәттәребеҙҙе киләсәк быуындарға имен-аман тапшыра барайыҡ!
Быуындар сылбыры бер вакытта ла өҙөлмәһен!

Шәрипова Ә.Ә. башҡорт теле уҡытыусыһы, Башҡортостан мәғарифы алдынгыһы, педагогик хеҙмәт ветераны