1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Янғын хәүефһеҙлеге/Пожарная безопасность

Янғын хәүефһеҙлеге/Пожарная безопасность

Январь 31, 2025 Просмотров: 185
Балаларҙың хәүефһеҙлеге заманса йәмғиәттә һәр ваҡыт көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора. Балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ, шуға ла уларҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күреү, янғындарҙа йәрәхәтләнеүҙәрҙе профилактикалау - беҙҙең төп бурыс.Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында «Янғындан һаҡ бул» тип аталған сара уҙғарылды. Сараның маҡсаты:  ни сөбөпле янғын килеп сыҡҡанын һәм уны булдырмау өсөн нимә эшләргә икәнен асыҡлау, балаларға янғындан һаҡланыу сараларын, янғынды тәжрибәләр ярҙамында нисек һүндереп булыуын анлатыу, шырпы ниндәй ҙур бәлә килтереүен күрһәтеп аңлатыу. Шулай итеп, сара  уңышлы үтте. Артабан кескәйҙәр балалар баҡсаһы эргәһендә янғын һүндереү машинаһын ҡараны. Янғын һүндереүселәр кескәйҙәргә үҙ эштәре тураһында һөйләп, янғын техник ҡоролма һәм эш ҡоралдарын күрһәтте. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға шартлы янғынды һүндереү ныҡ оҡшаны. Был балалар өсөн ысынлап та уйын кеүек кенә булғандыр, моғайын. Әммә, уларҙың «Ҙур ҡыҙыл машинанан» сағыу тәьҫораттар ғына түгел, янғын мәлендә үҙеңде нисек тотоу буйынса практик оҫталыҡтар ҙа ҡалыр тип ышанабыҙ, ә был беҙҙең эштә шулай уҡ ғәйәт ҙур ғәмәл.