"ХЕҘМӘТКӘ ӨЙРӘНӘБЕҘ"
Февраль 11, 2021
Просмотров: 97
Балалар хәҙер инде өлкәндәр хеҙмәтен күҙәтеп кенә ҡалмай, ә үҙҙәре лә бик теләп тәрбиәсе апайҙарына ярҙам итәләр. Мәҫәлән, уйнап бөткәс, уйынсыҡтарын йыйыштыралар, йоҡлар алдынан кейемдәрен матур итеп ултырғыс башына элеп ҡуялар, таратма материалдар - ҡәләм, бумала, альбом, һ.б. дәрес бөткәндән һуң шкафҡа һалалар. Ҡыҙҙарға тәбиғәт мөйөшөндә үҫкән бүлмә гөлдәрен тәрбиәләү бигерәк тә оҡшай. Уларға һәр саҡ иркәләп-наҙлап һыу ҡоялар һәм сәскәләрҙең матурлығына һоҡланып бөтә алмайҙар. Тормош йәме хеҙмәттә шул!